ҠЫРМЫҪҠАЛЫ РАЙОНЫ ҺӘҮӘЛӘЙ ФИЛИАЛЫНЫҢ

«БӘЛӘКӘС» МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ

УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ ОЛОКҮЛ АУЫЛЫНЫҢ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ

 

Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе сайты

Сайтыма рәхим итегеҙ!

Беҙҙең иң мөһим педагогик инструмент-тәрбиәләнеүсебеҙҙең

кеше шәхесен тәрән хөрмәт итеү һәләте. Беҙ был инструмент

менән бик нескә әйбер эшләргә тейешбеҙ: яҡшы булырға,

бөгөн кисәгегә ҡарағанда яҡшыраҡ булырға  теләү. Был теләк

үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй, уны тик тәрбиәләргә генә мөмкин.

В.А. Сухомлинский

Баланың киләсәге, донъяға ҡарашы, бөтә тормошо уны кем тәрбиәләүенә бәйле. Тәрбиәсе - ул әсәйҙән һуң балаларҙың тормош юлында осраған беренсе уҡытыусы. Тәрбиәселәр - күңелдә һәр ваҡыт бала булып ҡалған кешеләр. Юғиһә балалар уларҙы ҡабул итмәйәсәк, үҙ донъяһына индермәйәсәк. Һөнәребеҙҙә иң мөһиме - балаларҙы яратыу, уларға үҙ йөрәгебеҙҙе биреү. Минең өсөн һөнәрем - бала саҡ, әкиәт һәм фантазия донъяһында даими булыу мөмкинлеге. Балаларҙың һәр һүҙемде, ҡарашымды һәм ишараларымды ҙур ихтибар менән тыңлап, ҡарап ултырғандарын күргәс, тәрбиәсе һөнәренең әһәмиәтен айырыуса аңлайһың. Балаларҙың күҙҙәренә ҡарап, һинең уларға кәрәклегеңде, һин улар өсөн бөтә ғаләм булыуын, тап һин киләсәк характерҙарҙың үҫентеләрен һалыуыңды, уларҙы үҙ мөхәббәтең менән нығытыуыңды, йөрәгеңдең йылыһын биреүеңде аңлайһың.

Мин, Камалова Рәмилә Рәшит ҡыҙы, 1961 йылдың 15 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында тыуғанмын.

Һәүәләй урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының физико-математика факультетына уҡырға инеп һәм, уңышлы тамамлап, 1984-1987 йылдарҙа юллама буйынса Пермь өлкәһендә математика уҡытыусыһы булып эш башланым. 1987-1991 йылдарҙа Иҫке Ҡыйышҡы, 1992-2013 йылдарҙа Ибраһим ауылы мәктәптәрендә балаларға математика фәнен белем бирҙем. Шулай уҡ Ибраһим мәктәбендә эшләгән осорҙа уҡыу-уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым. Оптималләштереү осоронда мәктәп ябылғандан һуң, 2013 йылдан (өҫтәмә тейешле белем алып) юғарыла әйтелгән балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүемде дауам итәм.

Ибраһим ауылында йәшәйем. Ҡыҙым Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисткаһы, улым- шәхси эшҡыуар.

Эш дәүеремдә яуаплы йәмғиәт эштәре лә башҡарырға тура килде: байтаҡ йылдар Ибраһим ауылының старостаһы булып тыуған ауылымды күтәрергә булышлыҡ итеүем менән ғорурланам; 12 йыл дауамында 2306 участка һайлау комиссияһы председателе булдым. 2021 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелгән V Республика конкурсы “Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе” финалисы.

Яҙмышымдың ҡырҡа үҙгәреүенә, тәрбиәсе булып китеүмә бер ҙә үкенмәйем. 11 йыл самаһы бөтә һөйөүемде, күңел йылыһын мин уйҙары саф тәрбиәләнеүселәремә бүләк итәм. Балалар баҡсаһы - ул минең икенсе йортом, унда мине көтәләр, яраталар, ҡәҙерләйҙәр, унда мин ҡыҙыҡлы идеялар, яҡшы кәйеф менән ашығам. Тап балалар менән аралашыу мине донъяға икенсе күҙ менән ҡарарға этәрә. Балалар баҡсаһында эшләгәндә, бөтә балаларҙың ни тиклем төрлө булыуына ғәжәпләнәм, ҡыҙыҡлы, күңелле, ғәжәп аҡыллы, үҙ фекерләүҙәре, һығымталары, ҡылыҡтары менән минең алдыма йәки теләһә ниндәй өлкәндәргә бурыс ҡуйырға һәләтле.

Һөнәрем: тәрбиәсе

Педагогик стажым: 40 йылдан ашыу.

Педагогик дәрәжә: юғары категориялы тәрбиәсе

Маҡсатым: һәләтле, ижади, белемле, рухлы, мәҙәниәтле шәхес тәрбиәләү.

Тәрбиәсе минең өсөн был һөнәр генә түгел, ул минең күңел торошом. Һайлаған һөнәрем мине һәр ваҡыт алға барырға, яңы нәмә эҙләргә һәм табырға, ижади һәләттәремде үҫтерергә, Бәхетле Бала саҡ атмосфераһына сумдырылырға мәжбүр итә.

Минең уңыштарым:

2013 йыл - Федераль, республика, муниципаль кимәлдәге һайлау компанияларын уңышлы әҙерләү һәм үткәргән өсөн Бр Ҡырмыҫҡалы районы Муниципаль Район Советының рәхмәт хаты

2013 йыл- БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте башҡорт йола байрамын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан өсөн почет грамотаһы

2018 йыл - «Ғаилә таланттарға бай» ғаилә ижады муниципаль конкурсында «Ғаилә оҫтаханаһы» номинацияһында тәрбиәләнеүсе Галлямова Маргаританың ғаиләһе 1-се урын өсөн, грамота

2018 йыл - Элементар математик күҙаллауҙарҙы формалаштырыу буйынса «Математика планетаһына сәйәхәт» темаһына өлкән әҙерлек төркөмөндә асыҡ сара күрһәттем

2018 йыл - Мәғәриф өлкәһендә эшләүсе педагог һәм ансамблдәр муниципаль конкурсы “Хор көрәше”, 3-сө урын

2018 йыл - Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауыл советы хәкимиәтең грамотаһы

2018 йыл - Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауыл советы хәкимиәтең рәхмәт хаты

2018 йыл - Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауыл советы хәкимиәтең дипломы «Уңыш Көнө» байрамында «Көҙгө фантазия»ижади ҡул эштәре конкурсында 1-се урын өсөн

2019 йыл – Мәғәриф өлкәһендә эшләүсе педагог һәм ансамблдәр муниципаль конкурсы “Хор көрәше”, грамота

2019 йыл – Ижади конкурс “Йыл сәскәһе” Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауыл советы хәкимиәте, грамота

2019 йыл – Район етәкселәре кәңәшмәһендә “2 айҙан 3 йәшкә тиклемге балаларға һәм инвалид балаларға мәктәпкәсә белем биреү” темаһына сығыш яһаным

2020 йыл – Ибраһим ауылының «Дан Аллеяһы» н асыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны һәм уны үткәргән өсөн Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауыл советы хәкимиәтең грамотаһы

2020 йыл - Һайлау комиссиялары системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтем өсөн Бр Ҡырмыҫҡалы районы Муниципаль Район Советының почет грамотаһы

2021 йыл - Һәүәләй ауыл советы ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаным өсөн, грамота

2021 йыл - Башҡортостандың туған телдәрендә донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусылар конкурсы " Һаумы, һаумы әкиәт!», тәрбиәләнеүсе Исхакова Айлина, Диплом ГРАН-ПРИ

2021 йыл - Район етәкселәре кәңәшмәһендә “Балаларҙы башҡорт халҡының йолаларына йәлеп итеү" темаһына сығыш яһаным

2021 йыл - «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең ижтимағи-сәйәси тормошта әүҙем ҡатнашҡаным һәм БР граждандар йәмғиәте үҫешенә шәхси өлөш индергәнем өсөн рәхмәт хаты

2021 йыл - ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелгән V Республика конкурсы “Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе” финалисы, диплом

2022 йыл - Мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында үткәрелгән “Беҙ гагаринлылар” республика олимпиадаһы призерын әҙерләгән өсөн грамота

2022 йыл - Тәрбиәләнеүсе Камалов Ильдар “Тере классика” муниципаль конкурсында 1-се урын, диплом

2023 йыл – Мәғәриф өлкәһендә эшләүсе педагог һәм ансамблдәр муниципаль конкурсы “Хор көрәше”. “Ҡыҙылғы ансамбле”, 1-се урын.